Башҡорт теле- иман теле.Марафон "7 шагов"

Декабрь 7, 2021 Просмотров: 63
7декабрь-«Башҡорт теле — иманлы тел»
Воскресенск ауылының Советтар Союзы геройы Бекетов В.С. исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Ете аҙым» марафонына ихлас ҡушылды.Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусылар "Иманлы кеше ниндәй була ?" тигән һорауға үҙ фекерҙәрен еткерҙеләр. Уҡыусыларҙың яуаптарында итәғәтле, мәрхәмәтле ,аҡыллы, әҙәпле ,тәртипле, уҡымышлы кешене иманлы кеше тип күҙаллауҙары бик шатландырҙы.
Иманлы кеше:
И-ирекле, изге, игелекле,
М- мөләйем, мәрхәмәтле,
А- аңлы, абруйлы,
Н- ныҡышмалы, намыҫсан кеше.
Нәсихәттәрҙең беренсе төшөнсәһе Имандың үҙенсәлеген билдәләп, башҡорт телендә йырҙар йырланылар,артабан М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады буйынса проекттар яҡлаясаҡтар.
Иманлы, итәғәтле булайыҡ барыбыҙ ҙа!
Яҡынлашып килгән Башҡорт теле көнө менән һәммәгеҙҙе лә тәбрикләйем, үткәреләсәк сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Башҡорт теле көслө лә, бай ҙа, яғымлы ла.Туған телебеҙҙе яратайыҡ, хөрмәт итәйек! Теле булған ил бер ҡасан да юғалмай. Тыуған илебеҙҙең киләсәгенә битараф булмайыҡ!
7 декабря- «Башкирский язык — язык веры»
На уроках башкирского языка обучающиеся раскрыли первое понятие «Наставлений»М.Акмуллы — Вера (Иман), пели песни и составляли проекты,посвященные Дню башкирского языка и 190-летию со дня рождения выдающегося башкирского просветителя Мифтахетдина Акмуллы.Зам.директора по ВР Э.Ю.Аллабердина