#башҡорттелекөнө2021марафон#ШколыБашкортостана #КугарчинскийРайон #Ҡоролтай #Курултай #ВсемирныйКурултайБашкир

Декабрь 14, 2021 Просмотров: 96
7 көн һиҙелмәй ҙә үтеп китте. "Башҡорт теленә ете аҙым" марафоны ла тамамланды. Әммә телебеҙҙең үҫешенә, сәскә атыуына булышлыҡ итеүсе эштәребеҙ шунда туҡтап ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Һәр кем башҡорт теленең ышаныслы киләсәге өсөн 7 аҙым эшләгәндә лә, телебеҙ ни тиклем алға китәсәк! Тик һәр аҙымыбыҙ ғилемле, аҡыллы һәм эскерһеҙ булып ҡалһын ине.
Әлбиттә,марафонда үткәрелгән саралар һәр баланың хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Башҡорт теле аҙналығы берҙәм дәрес менән тамамланды. Сараларҙа актив ҡатнашҡан уҡыусылар, уҡытыусылыр Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде. Башҡорт теле көнө менән ҡотлайбыҙ! Телебеҙҙе өйрәнәйек, үҫтерәйек, хөрмәтләйек!