Атам теле, әсәм теле, сәсән теле.

Январь 25, 2021 Просмотров: 32

Атам теле, әсәм теле, сәсән теле.
Уралымдай мәңге йәшә, башҡорт теле! 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың һуңғы этабы ла тамамланды. Әҙерләнеүҙәр, уйланыуҙар,хафаланыуҙар артта ҡалды.

Олимпиадала Воскресенск ауылы мәктәбенән ике уҡыусы ҡатнашты.
9-сы класта белем алыусылар Бакаева Анастасия һәм Исҡужина Гөлсәсәк. Олимпиада 3 турҙан торҙо. 1-се турҙа уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирһә, 2 – се турҙа аудиотекст тыңлап, бирелгән эштәрҙе башҡарҙы, 3 – сө турҙа иһә ZOOM аша диалог һәм түңәрәк өҫтәлдә фекер алыштылар.
Өс көн дауамында барған сәмле ижади ярышта ҡыҙҙарыбыҙ һынатманы. Улар олимпиада барышында үҙҙәренең белемдәрен, һәләттәрен лайыҡлы иҫбатлай алдылар. Икеһе лә, конкурс шарттарын уңышлы үтте, Анастасия юғары балл йыя алып, белемен күрһәтһә, ә Гөлсәсәк призёр исеменә лайыҡ булды! Ихлас күңелдән еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм тағы ла яңынан - яңы үрҙәр теләйбеҙ! 


Төбәк-ара олимпиаданы яңы форматта ойоштороусы барлыҡ белгестәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһем килә. Олимпиаданы асыу һәм ябыу тантанаһын байрамса әҙерләп, бик матур алып барғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Онлайн барған кеүек тә булманы.Артабанғы эштәрегеҙҙә ижади уңыштар юлдаш булһын!

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ, уның нәфислеге, сафлығы өсөн көрәшәйек, уҡыусыларыбыҙҙы ла шуға өйрәтәйек!Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Аллабирҙина Э.Ю.

Муниципаль этап еңеүселәренә Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырыу мәле.

#ШколыБашкортостана#Кугарчинскийрайон#Төбәкараолимпиада #Башҡорттелеһәмәҙәбиәте#Призер
@public190861035


sFwmpY9MjXE.jpg

Открыть Скачать (Размер 107 Kb) Тип файла: jpg

BzjMvn6gyBY.jpg

Открыть Скачать (Размер 283 Kb) Тип файла: jpg

NIWgkGF2udo.jpg

Открыть Скачать (Размер 106 Kb) Тип файла: jpg

qAb91ONS1Bk.jpg

Открыть Скачать (Размер 313 Kb) Тип файла: jpg